“Күкрәгемдән коштар осорам”

“Күкрәгемдән коштар осорам”

Салауат калаһы «Мираҫ-мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаклаусы һәм таратыусы» 4-се һанлы Тыуған якты өйрәнеү модель китапхана-филиалында, Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған “Күкрәгемдән коштар осорам” тип аталған бик матур сара үтте.

Салауат халкы күптән көтөп алған, күренекле языусылар менән сағыу осрашыу үтте (ойоштороусыһы китапхана мөдире Хәйбуллина Гөлнара Ғәлиулла ҡыҙы). Был сараға сакырылган бик абруйлы, оло хөрмәт каҙанған, Башкортостаныбыҙҙың йөҙөк кашы булған билдәле яҙыусыларыбыҙ: Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башкортостандың халык яҙыусыһы Таңсулпан Хисбулла кыҙы Ғарипова, шағир-прозаик, журналист, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия Лауреаты Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев, күренекле башкорт шағиры, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Нәзир улы Әбүзәров Мостай ағай менән бәйле булған бик фәһемле мәғлүммәттәре, иҫтәлектәре һәм хәтирәләре менән бүлеште.

Уларға Салауат калаһы халкы исеменән ҙур рәхмәт!

“Күкрәгемдән коштар осорам”
“Күкрәгемдән коштар осорам”

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb