“Юлдаш” радиоһы хәбәр итеүенсә, Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ. Белгестәр скульптураны йәмәғәтселек раҫларға тейеш, тип иҫәпләй.
Улар фекеренсә, һәйкәл Рәми Ғариповтың портретын ғына һынландырырға тейеш түгел.
Төп маҡсаты - шағирҙың бай рухи донъяһын күрһәтеү. Әле тәҡдим ителгән эскиз күптәргә оҡшамай, ул үтә ябай эшләнгән, шағирҙың эске донъяһын сағылдырмау ғына түгел,тышҡы ҡиәфәтенә лә тура килеп бөтмәй.
Рәми Ғариповҡа һәйкәл өсөн Родина кинотеатры янында урын бүленгән.