Башҡортостан йәмәғәтселеге бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуған көнөн билдәләргә йыйына. Халыҡ шағирының тыуыуына 12 февралдә 85 йыл тула. Ошо уңайҙан уҡыусылар араһында видеоконкурс иғлан ителгән. Ҡатнашыусылар Рәми әҫәрҙәрен дә, үҙ авторлығындағы шиғырҙарҙы ла уҡый ала. Сараны ойоштороусылар-Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Салауат Юлаев вариҫтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты.
Р. Ғарипов талантлы шағир ғына түгел, тәржемәсе, шағир-публицист, эпистоляр жанр оҫтаһы ла булған. Белеүебеҙсә, Р. Ғариповтың тормошо, ижады йәштәргә лә, урта һәм өлкән быуын кешеләренә лә берҙәй яҡын, сөнки уның бөтә әҫәрҙәренән ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ һәм ғәҙеллек бөркөлөп тора. Беҙҙең өсөн Рәми образы Башҡортостанға, халҡына арымай-талмай хеҙмәт итеүҙең аҫыл өлгөһө. Ул тормошта ла, ижадта ла янып йәшәгән һәм эшләгән шәхес. Ниндәй генә ауырлыҡтар торһа ла, үҙендә йәшәүгә һәм ижадҡа көс таба алған ул.
Рәми Ғарипов ижады буйынса конкурсты ойоштороусылар социаль селтәрҙәрҙе лә файҙалана. Конкурс талаптары һәм шарттары менән Бәйләнештәге "Рәми Ғариповҡа – 85" төркөмөндә танышырға мөмкин: https://m.vk.com/event137901302