З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте Башҡортостандың халыҡ шағиры, атаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Рәми Ғариповтың үҫмер сағында алып барған көндәлектәрен баҫтырып сығарҙы.
Яҙмалар 3 китаптан тора: «Киләсәккә юл ярам» (5 апрель 1946 – июль 1948), «Пилот яҙмалары» (2 ғинуар 1949 – 25 июнь 1949) һәм «Уҡыу океаны» (17 сентябрь 1949 – 25 ғинуар 1950). Был көндәлектәрҙә әҙиптең 14 йәшенән алып ғүмеренең ахырынаса йыйылған алтынға бәрәбәр фекерҙәре, гәлсәрҙәй саф кисерештәре, ынйылай матур хыялдары тупланған.
«Рәми Ғарипов өсөн көндәлек – һыҙма-яҙмалар, булған хәл-ваҡиғаларҙы теркәп барыу ғына түгел, ә үҙ тормошоноң романын яҙыу… Рәми Ғарипов көндәлектәре – донъя әҙәбиәте кимәлендәге уникаль күренеш. Ул әҙәби һәм тарихи мираҫ ҡына түгел, башҡорт йәштәре өсөн бик фәһемле, бик кәрәкле әсбап, сөнки ун дүрт йәшлек үҫмерҙең яҙмалары – бөйөк маҡсатты алдан уҡ билдәләй белгән шәхестең уйланыуҙары, эҙләнеүҙәре. Тимәк, ошо йәштән үк оло маҡсаттар билдәләгәндә һәм үҙтәрбиә менән шөғөлләнгәндә, ҙур үрҙәр яуларға булалыр… »
Көндәлектәр үҙгәртелмәй баҫылған, тик яңы орфографик ҡағиҙәләргә ярашлы төҙәтелгән. Китаптар Ғариповтарҙың ғаилә альбомынан файҙаланылған фотолар менән байытылған, шағир көндәлектәренән алынған һүрәттәр менән биҙәлгән.