Март башында театр сәнғәтендә ниһайәт көтөп алынған ҙур ваҡиға - «Алтын битлек» Милли премия – фестивале башлана. Баш ҡалабыҙ Мәскәү театр сәнғәтендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән Рәсәй театрҙарын бергә туплаған «Алтын битлек» фестиваленә Өфө театрҙары ла йыйына.
Ағымдағы йылдың 13 апрель көнө Рәсәйҙең иң мәртәбәле, иң абруйлы «Алтын битлек » Милли премия - фестиваленә дәғүә итеүсе спектаклдәр күрһәтеләсәк.
Башҡорт опера һәм балет театры артистары Генделдың «Геракл» операһы менән сығыш яһаясаҡ. 15 апрелдә Чайковскийҙың «Орлеан ҡыҙы» спектакле «Геликон-опера» театрының «Стравинский» залында тәҡдим ителәсәк.
Ә 3 мартта М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Джут» (Олжас Жанайдаров) спектаклен тамашасы хөкөмөнә сығарасаҡ.
Спектаклдәр февралдән апрелгә тиклем күрһәтеләсәк. Премияға дәғүә итеүселәр араһында Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермь, Ҡазан, Һамар, Ярославль, Яңы Себер һәм башҡа Рәсәй ҡалалары театрҙары ла бар.
Премияны тапшырыу тантанаһы 19 апрель көнө К.С. Станиславский һәм В.И. Немирович-Данченко исемендәге музыкаль театрҙа тәғәйенләнгән.
Хәйер, «Алтын битлек» кә тәҡдим ителеү - йөҙ һынау үтеп фестиваль репертуарына эләгеү үҙе үк ҙур еңеү. Театрҙарға ҙур уңыш теләйек!
Шатлыҡ һәм күтәренке рух менән, «алтынға мансылып, атҡа атланып» ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Хәйерле юл, дуҫтар!
Гүзәл Багаева