Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы

Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы

12 июндә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары бер юлы өс иҫтәлекле ваҡиғаны – Рәсәй көнөн, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыуға – 448 йыл һәм башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 268 йыл тулыуҙы билдәләне. Байрам саралары өс майҙанда – Ленин урамында, Мәжит Ғафури исемендәге паркта һәм “Ҡашҡаҙан” паркында уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров был көндө Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары менән бергә үткәрҙе

Иртәнсәк Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәм Шәйехзада Бабич һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте. Республика Башлығы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына 400 йыл тулыу уңайынан төҙөлгән Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Һәйкәл 1957 йылда асылған, уны асыу тантанаһы 1965 йылда булған. Был рус һәм башҡорт халҡының туғандаш дуҫлыҡ символы.. - Әлеге ябай булмаған осорҙа республика тотороҡло үҫешә - идара итеү командаһы, хеҙмәтсәндәр намыҫлы эшләй. Быйыл яҙғы сәсеүҙе яҡшы үткәрҙек, яҡшы уңышҡа өмөт итәбеҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. – 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына арналған ҙур саралар үткәрәсәкбеҙ. Был юбилейға әҙерлекте башланыҡ инде. Мәҫәлән, яҡтыртҡыс-музыкаль фонтаны булған “Ҡашҡаҙан” паркын асабыҙ. Юбилейға әҙерлек – дөйөм саралар комплексы ул. Юлдарҙа, ихаталарҙа, подъездарҙа тәртип булдырабыҙ, күп социаль һәм мәҙәни объекттарҙы ремонтлайбыҙ, яңы ҙур төҙөлөштө тамамлайбыҙ. Ышаныс менән алға барабыҙ.

Ленин урамында «Айдафест» урам театрҙары фестиваленә килгән бөтә Рәсәйҙән театр коллективтары ойошторған карнавал үтте. Бында шулай уҡ кейеҙ баҫыу һәм ағас һырлау, заманса бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, спортсыларҙың күрһәтмә сығыштарын ҡарарға һәм ГТО нормативтарын тапшырырға мөмкин булды. Байрамға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Ул Өфө уҡыусыларына Рәсәй гражданы паспорттарын тапшырҙы һәм ике йыл эсендә тәүге тапҡыр Өфө ҡалаһы көнөнөң шундай күләмле уҙғарылыуын билдәләне.

Мәжит Ғафури исемендәге парк спорт һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Бында Өфө ҡалаһы хакимиәте Кубогына көрәш буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Бөтә республиканан 73 баһадир дүрт ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Айнур Сыртаев көрәш һөҙөмтәләре буйынса абсолют чемпион булды.

Яңы асылған паркта Ҡала көнө гөрләп уҙҙы. Өфө халҡына «Два шага до...» тамашаһы тәҡдим ителде. Сараға килеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. 

«Хәйерле кис, Өфө халҡы! Хәйерле кис, Башҡортостан! Рәсәй көнө һәм Өфө көнө менән барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайым. Беҙ күптән йыйылғаныбыҙ, ошондай байрамдар үткәргәнебеҙ юҡ. Беҙ иңгә-иң терәп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, бик ҡатмарлы ике йылды үттек. Сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Тағы ике йылдан баш ҡалабыҙға 450 йыл туласаҡ. Өфөнө көндән-көн матурыраҡ һәм уңайлыраҡ итеү өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә вәғәҙә бирәм. Байрам менән», - тине республика етәксеһе. 

Көндөҙ «Ҡашҡаҙан»да йәштәр бейеү форумы башланды. Унда ҡаланың ижади коллективтары ҡатнашты, йәштәр футбол, волейбол, стритболда ярышты, рэп, бейеү бәйгеһендә үҙен һынаны.

Парктағы төҫлө һәм музыкаль фонтанды асыу сараның иң сағыу мәленә әүерелде. Шулай уҡ ҡала халҡын билдәле «На-на» һәм «Дабро» төркөмдәре ҡыуандырҙы.

Байрамдарға матур нөктә ҡуйып, "Ҡашҡаҙан" паркы өҫтөндә сағыу фейерверк осҡондары уйнаны.

Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы
Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы
Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы
Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы
Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы
Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы
Рәсәй һәм Ҡала көндәре Өфөлә гөрләп уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb