“Рәсәй – минең тарихым” интерактив музейына рәхим итегеҙ

“Рәсәй – минең тарихым” интерактив музейына рәхим итегеҙ

Күптән түгел Өфөлә Рәсәй көнө уңайынан «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында «Рәсәй – минең тарихым» исемле тарихи парк асылды. Башҡортостан баш ҡаланан һуң күләмле мультимедия музейы асылған беренсе төбәктәрҙең исемлегенә инде. Башҡортостандың тәжрибәһен һәм проекттың географияһын киңәйтеү өсөн паркты асыуға илдең 20 төбәгенән вәкилдәр килде.

Өфөлә “Рәсәй – минең тарихым” интерактив музейына 5 меңдән ашыу кеше ҡарап өлгөргән дә инде. Бында ете мең ярым квадрат метрҙа Рәсәй тарихына бәйле экспозициялар урынлаштырылған. Улар 3Д форматта ҙур экрандарҙа күрһәтелә.

Музейҙы тулыһынса урап сығыу өсөн кәмендә 5 сәғәт кәрәк. Бынан тыш, Өфөләге паркта Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте һәм тәбиғәтенә бәйле айырым стендаттар бар. Музей көн һайын эшләй. 


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb