Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларына ҡотлау юлланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларына ҡотлау юлланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларына ҡотлау юлланы.

“Хөрмәтле дуҫтар!

Өфөлә алтынсы Бөтә донья фольклориадаһы асылыу менән ихлас ҡотлауымды ҡабул итегеҙ! Фестивалдең күп милләтле Башҡортостанда, ҡунаҡсыл һәм төрлө халыҡтар, конфессиялар йәшәгән ерҙә  үтеүе символик әһәмиәткә эйә. Беҙҙең ҡабатланмаҫ тарихи, мәҙәни, рухи мираҫты һаҡлау – дәүләттең төп өҫтөнлөктәренең береһе. Әлбиттә, беҙ халыҡтарыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән бай сәнғәте, сағыу фольклор коллективтары һәм башҡарыусылар йондоҙҙары, бөтә доньяға билдәле булған художество кәсептәре оҫталары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.  

Мәҙәни форумдың дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөхитендә уҙыуына, килгән ҡунаҡтарҙың, ижадсыларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыуына ышанам", - тиелә ил башлығының ҡотлау сәләмендә.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb