Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Рәсих Ханнановҡа 85 йәш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 28 октябрь 2016
Рәсих Ханнановҡа 85 йәш
Бөгөн яҙыусы, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Шәһит Хоҙайбирҙин Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй журналистар һәм яҙыусылар Союзы ағзаһы Рәсих Ханнановҡа -85 йәш.
Шиғриәт донъяһы ниндәй?
Белмәй бер кем,
Ул үҙенә йыйған бөтә йәшәү күркен.
Инеп батһаң ошо даръя ағышына,
Үлгәндә лә үкенмәҫһең яҙмышыңа.
Рәсих Ханнанов
Рәсих Нурғәле улы Ханнанов 1931 йылдың 28 октябрендә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуған.
Рәсих Нурғәле улы бик иртә, мәктәптә уҡыған саҡта уҡ, яҙыша башлай. Тәүге шиғырҙарын мәктәп стена гәзитендә сығара, унан һуң уларҙы район гәзитендә баҫтыра, яҡташы, ул саҡта уҡ танылған яҙыусы Фәрит Иҫәнғоловтың кәңәше менән хикәйәләр яҙа башлай. Илленсе йылдар аҙағы – алтмышынсы йылдар башында уның әҫәрҙәре мабуғатта йыш күренә.
Йәш яҙыусыға “Ҡыҙыл таң” гәзите битендә беренсе башлап Назар Нәжми хәйерле юл теләй. Шул тәьҫир менән ҡанатланып, ул “Һин онотма” исемле беренсе йыйынтығын әҙерләй. Китап донъяға сыҡҡас, ундағы шиғырҙарҙың күбеһе, көйгә һалынып, йырҙарға әйләнә.
Рәсих Ханнанов ваҡытлы матбуғаттағы эшмәкәрлеге менән бер рәттән, повестар, хикәйәләр, нәҫерҙәр, пьесалар, йыр өсөн шиғырҙар, робағиҙар ижад итергә лә ваҡыт таба. Уның ошо осорҙа донъя күргән “Йәшлек ҡанаттары”, “Диңгеҙ ҡарлуғасы”, “Ҡыр ҡыҙҙары киткәндә”, “Юл буйынса күк сәскә”, “Күңел нуры”, “Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!”, “Әйтем юҡҡа әйтелмәй”, “Ҡатынға бүләк” кеүек йыйынтыҡтары әҙәбиәт һөйөүселәр һәм тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителде.
Ул алты пьеса, ике музыкаль комедия, очерктар, мәҡәләләр, рецензиялар, фельетондар авторы.
Рәсих Ханнанов ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Х. Әхмәтов, Р. Хәсәнов, Т. Шәрипов, А. Ҡобағошов, С. Низаметдинов, А. Ғабдрахманов, М. Имашев, Ә. Дауытов кеүек композиторҙар менән берлектә ике йөҙҙән ашыу йыр ижад итте. Уларҙың байтағы халыҡҡа киң билдәле, хатта халыҡтыҡы булып киткәндәре лә бар. “Яңғыҙ аҡҡош күл-дәрҙә”, “Минең әсәй гөл ярата ине” йыр-ҙары Татарстанда “Йылдың иң яҡшы йыры” тигән исем алды. “Минең Өфөм – Уралдың саф гөлө”, баш ҡалабыҙҙың 425 йыллығына арналған конкурста еңеп, Өфөнөң байрам гимнына әйләнде.
Кисә, 27 октябрь көнө, Н. Латфуллин исемендәге заман сәнғәте Музейында “Йәшәү хисе” исеме аҫтында ижади осрашыу ойошторолдо. Кисәлә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Вәсил Ханнанов менән яҙыусы, журналист Рәсих Ханнанов та ҡатнашты.
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө