Һамар өлкәһе башҡорттары йыйынында Сәлимкирәй Хажиевтың эштәре - тыуған еренең матурлығына дан йырлаған үҙенсәлекле рәссамдың күргәҙмәһе уҙҙы.
Ул оҙаҡ ваҡыт Себер яғында эшләгән, нефть сығарыу менән шөғөлләнгән, шул уҡ ваҡытта ижад иткән. Н.К. Крупская исемендәге дәүләт халыҡ сәнғәт университетын - бик күп рәссамдарға тормошҡа юл асҡан уҡыу йортон ситтән тороп тамамлаған.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғына - Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районына ҡайтҡан. Урындағы мәҙәниәт һарайында тәүге күргәҙмәһен ойошторған.