12 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөрйән районына эш сәфәре барышында «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығында булды һәм уның үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Рөстәм Хәмитов археология музейындағы боронғо фаунаға, Шүлгәнташ мәмерйәһен тикшереүселәргә , унда табылған палеолит дәүере һүрәттәренә, шулай уҡ «Урал батыр» эпосына арналған экспозициялар менән танышты.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин төбәк етәксеһен Шүлгәнташ мәмерйәһенең музей комплексы проекты менән таныштырҙы. Төп маҡсат —туристарҙың төп ағымын ошонда йүнәлтеү, мәмерйәнең уникаль археология комплексын һәм уның тирә-яғындағы мәҙәни һәм тәбиғәт ландшафтын беренсел төрҙә һаҡлау.
Был туристар ағымының артыуына ла бәйле. 2016 йылда ғына «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына 42 мең кеше килгән. Музей һәм тейешле инфраструктура булдырылһа, уларҙың һаны 100-150 мең кешегә тиклем артыуы мөмкин.
Фәнни-етештереү үҙәге директоры билдәләүенсә, әлеге проект Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү өсөн халыҡ-ара эксперттарҙың тәҡдиме буйынса ла тормошҡа ашырыла. Хәҙер ошо маҡсатта мәмерйә стеналарындағы граффити өлгөләрен юйыуһәм яңы баҫҡыстарҙы монтажлау бара.
Буласаҡ музей комплексы заманса талаптарға яуап бирергә, уны төҙөгәндә иһә тәбиғәткә зарар килтермәгән, инновациялы технологиялар ғына файҙаланылырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
Ҡурсаулыҡта хеҙмәткәрҙәргә йәшәү, тәбиғәтте һаҡлау саралары һәм экскурсиялар үткәреү өсөн тәғәйенләнгән мәғлүмәт-сервис үҙәге ошондай бинаның өлгөһө булып тора. Уны Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы заказы буйынса «Йәшел йорттар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөгән.
Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/943477/#ixzz4VcLuCJqK