Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Әбйәлил ерендә Албания, АҠШ, Коста-Рика, Ҡырғыҙстан, Черногория, Венгрия, Швейцария коллективтары сығыш яһаны.
Албаниянан килгән Вэс Вэндмиға район мәҙәниәт йортонда эшләгән Рөстәм Баһаув башҡорт ҡурайында уйнарға өйрәтте. Ҡурайға оҡшаш үҙҙәренең милли музыка ҡоралы - капайҙа уйнаған Вэндми “һә” тигәнсе ҡурайҙа моңло көй уйнап та күрһәтте. Юғары сәнғәт өлкәһендә бер ниндәй тәржемә лә кәрәкмәй: ике ил көйсөләре сәнғәт теле аша үҙ-ара аңлашып, моңдар донъяһына яңы юл асты.
"Башҡорт ҡурайының моңон сит ҡитғаларҙа яңғыратып, танытһын", - тип Рөстәм Баһаув Албания ҡунағына башҡорт ҡурайын бүләк итте.