12 февралдә Республика башлығы Радий Хәбиров “Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо” рубрикаһының сираттағы сығарылышын Рәми Ғарипов иҫтәлегенә арнаны һәм үҙенсәлекле видеояҙмалар менән уртаҡлашты. Был яҙмаларҙа Рәсәйҙең күренекле сәйәсмәндәре һәм артистары шағирҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләй. Уларҙы ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.
«Рәми Йәғәфәр улын башҡорт лирикаһын булдырыусы һәм башҡорт Есенины тип йөрөтәләр. Ул Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Рудаки, Ғамзатов әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Шағирҙың исемен мәңгелләштереүгә йүнәлтелгән телевизион проект тураһында яҙып үтте. Билдәләп үтергә кәрәк, быйыл «БЮТ» телеканалы Республика халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Рәми Ғариповтың юбилейына ҡарата видеояҙмалар әҙерләне. Проектҡа ярашлы республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре туған телдәрендә Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын уҡып ишеттерҙе.
«Быға тиклем шағирҙың әҫәрҙәрен рус, белорус, украин һәм саха телдәренә тәржемә иткәндәр. Телевизион проект ярҙамында Рәми Ғарипов ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари телдәрендә лә яңғырай. «Туған тел»де донъяның төрлө телдәренә тәржемә итергә ниәтләйбеҙ. Тәржемәселәр өсөн гранттар булдырҙыҡ, тимәк, Рәми Ғариповтың шиғриәтен һәр милләт үҙенең туған телендә ишетә ала», - тип уртаҡлашты Радий Фәрит улы.