Республика көнө алдынан Радий Хәбиров Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бөтәһе 64 төрлө һөнәр эйәләре республика башлығы ҡулынан лайыҡлы наградалар алды.
Тәбрикләнеүселәр араһында мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә бар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исемен алды. Билдәле рәссам Раушания Бәҙретдиноваға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы бирелде.