Радий Хәбиров сәнғәт эшмәкәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы

Радий Хәбиров сәнғәт эшмәкәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 101 йыл тулыу уңайынан БР Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм ижадсыларға дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.

“Һеңлем” фильмы режиссеры Александр Галибинға "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеме бирелде.

Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Илгизә Ғилмановаға һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Сулпан Әбдрәхимоваға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының художество етәксеһе, режиссер, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Кинорежиссер Айнур Асҡаровҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” исеме бирелде.

“Һеңлем” фильмының кастинг-директоры Татьяна Лучинина һәм фильмды ҡуйыусы Сергей Орлов “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булдылар.

“Һеңлем” фильмында төп ролде башҡарған йәш актер Арыҫлан Ҡырымсурин Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Радий Хәбиров сәнғәт эшмәкәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы
Радий Хәбиров сәнғәт эшмәкәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы
Радий Хәбиров сәнғәт эшмәкәрҙәренә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb