Радий Хәбиров “Торатау” геопаркын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Радий Хәбиров “Торатау” геопаркын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ менән республика Хөкүмәтендә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Торатау” геопаркын ойошторорға, уны республика әһәмиәтендәге “Торатау”, “Йөрәктау” тәбиғәт ҡомартҡылары һәм геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәтте тәшкил иткән башҡа объекттар составына индерергә ҡушылды.  Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге менән берлектә “Торатау” геопаркын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү буйынса саралар планы төҙөләсәк.

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының “Конгресс-холл” дәүләт бюджет учреждениеһы атамаһын “Торатау конгресс-холы” дәүләт бюджет учреждениеһы итеп үҙгәртергә ҡарар ителде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb