Радий Хәбиров яңы башҡорт операһын көтөүен белдерҙе

Радий Хәбиров яңы башҡорт операһын көтөүен белдерҙе

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранты еңеүселәренеү береһе булды. Башҡорт замана операһының лабораторияһы” проекты 2020-2021 йылғы театр миҙгелендә тормошҡа ашырыласаҡ.

“Был проект ҡыҙыҡлы, беҙ уның менән ҡыҙыҡһындыҡ. Проект эсендә - Башҡортостан халыҡтары телен һаҡлау ҙа, ватан композиторлыҡ мәктәбен үҫтереү ҙә, - тип билдәләне республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең инстаграм сәхифәһендә. – Мин опера сәнғәте белгесе булмаһам да, башҡорт телендә операны көтәм, уға үҙ ғаиләм менән барырға, дуҫтарымды саҡырырға йыйынам”.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb