Радий Хәбиров яңы һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатнашты

Радий Хәбиров яңы һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатнашты

Бөгөн, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалы алдындағы майҙанда фронтҡа оҙатыуҙы һүрәтләгән мемориал асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Беҙ вокзал алдындағы майҙанды осраҡлы һайламаныҡ, - тип билдәләне республика башлығы. – Бынан йөҙәр меңләгән яҡташтарыбыҙ фронтҡа киткән. Перронда башҡорт, рус, татар, сыуаш, марий йырҙары яңғыраған... Атайҙар, ирҙәр, улдар, ҡыҙҙар киткән... Бөйөк Еңеү менән, тере ҡайтыуҙарына ышанып киткәндәр».

9 һындан торған скульптура композицияһын билдәле скульптор Вадим Кириллов етәкселегендәге авторҙар коллективы башҡарған. Мемориалдың дөйөм ауырлығы 9 тоннанан ашыу, ә оло кеше һындарының бейеклеге - 2.4 метр. Бронза һындар Смоленск ҡалаһында ҡойолған.

Алдағы планда балаларын ҡосаҡлаған башҡорт офицеры. Улар янында өлкән йәштәге атаһы тора. Һулда татар яугиры ҡатыны менән хушлаша. Эргәлә урыҫ һалдаты ҡыҙын етәкләп перронға ашыға. Барыһынан өҫтәрәк Тыуған илде сағылдырған ҡатын һыны урынлашҡан. Мемориалда һуғыш йылдары һәм унда киткән подразделениялар исемлеге яҙылған. Һәйкәл күп милләтле Башҡортостандың батырлығын символлаштыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb