Радик Гәрәев исемендәге асыҡ йыр бәйгеһендә ҡатнашыусылар иғтибарына

Радик Гәрәев исемендәге асыҡ йыр бәйгеһендә ҡатнашыусылар иғтибарына

Башҡортостанда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев исемендәге асыҡ йыр бәйгеһе ойошторола. Конкурс 23 мартта йырсының тыуған районында — Яңауылда үтәсәк.

Бәйгенең гран-прийы 100 мең һум тәшкил итә (профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыу номинацияларында 50-шәр мең). Конкурсҡа өҫтәмә белем биреү (балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре) учреждениеларында уҡыусылар, музыка һәм сәнғәт училищелары студенттары, юғары уҡыу йорттарының 1-2 курс студенттары, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар саҡырыла. Улар Радик Гәрәев репертуарынан бер йыр һәм халыҡ йырын башҡарырға тейеш.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән— kultura-yanaul.ru сайтында танышырға мөмкин.

Радик Гәрәев (1956-1996) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, бөтә Рәсәй һәм бөтә союз конкурстары лауреаты, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты.

Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булдараҡ та белә һәм яратып иҫкә ала. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритоны, яҡшы вокаль мәҙәниәте, тыумыштан килгән һығылмалылығы, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте менән айырылып торҙо.

Операла һәм концертта йырларға, опера фестивале һәм Глинка исемендәге конкурсты ойошторорға, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре булырға ла, театрҙа барған ижади процеста музыка тыңлау, уны тикшереү, ролдәрҙе билдәләүҙән башлап балет һәм опера ҡуйыусылар, дирижер һәм музыка авторы менән һөйләшергә лә барыһына ла өлгөрә ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb