2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Радик Гәрәевты иҫкә аласаҡтар
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 21 март 2016
Радик Гәрәевты иҫкә аласаҡтар
Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғ.Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» исемле халыҡ-ара йыр фестивалендә Гран-приға лайыҡ булған Радик Гәрәевты иҫкә аласаҡтар. Концерт 26 мартта, уның тыуыуына 60 йыл тулғандан һуң өс көн үткәс, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙа. Концертта йырсының коллегалары — опера һәм эстрада йондоҙҙары Резеда Әминева, Светлана Арғынбаева, Любовь Буторина, Катерина Лейше, Олеся Мезенцева, Татьяна Никанорова, Йәмил Әбделмәнов, Иҙрис Ғәзиев, Владимир Копытов, Хәмит Ишбулдин, Владимир Белов, Раил Кучуков, Ян Лейше, Геннадий Родионов, Руслан Хәбибуллин, Вәхит Хызыров ҡатнаша. Шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Забава» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле, хор, симфоник оркестр һәм театрҙың балет труппаһы артистары сығыш яһай. Концерт киске сәғәт 6-ла башлана. Радик Гәрәев (1956-1996) республикала популяр опера һәм эстрада йырсыларының береһе, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре булды. Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Миләүшә Мортазина класында уҡый. 1990-1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры булып эшләй. Театрға етәкселек иткән осорҙа баш ҡалала «Өфөлә Шаляпин кисәләре», Р. Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет фестивалдәрен ойоштора, театр тарихы музейын асыуға өлгәшә. Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/828053/#ixzz43VpXNtmy
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Өфөлә башҡорт әҙәбиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшереләсәк
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостан оҫталары Рәсәйҙәге абруйлы конкурста еңеүҙәр яуланы
Шишәмбе, 09 декабрь 2025
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта билдәле ҡурайсы Азамат Асаиновтың юбилей кисәһе уҙҙы
Дүшәмбе, 24 ноябрь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
2025-2026 Яңы йыл календары
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө