Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы хәбәр итеүенсә, билдәле йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов иң моңло концерт программаһы менән тыуған яғына - Әбйәлил районына юллана.
Гастролдәр 27 майҙан 30-на тиклем дауам итәсәк. Йырлы-бейеүле, дәртле тамашаларҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле ҡурайсы Рушан Биктимеров, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты Айтуған Ғәйзуллин, нәфис һүҙ оҫтаһы Зөлфир Басыров һәм башҡа артистар ҡатнаша. Программала халыҡ йырҙары, башҡорт, татар композиторҙары әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.
Радик Вәлмөхәмәтов исемендәге эстрада төркөнөнөң Әбйәлил районы буйлап тамашалар теҙмәһе:
27 май, 21.00 – Тупаҡ ауылы
28 май 21.00 – Һамар ауылы
29 май 21.00 – Хәмит ауылы
30 май, 14.00 – Әбделмәмбәт 21.00 сәғәттә – Мәхмүт ауылдарында.
Тамашаларға рәхим итегеҙ!