Башҡортостан Башлығының мәҙәниәтте һәм йәштәр сәйәсәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Радик Юлъяҡшин үҙенең телеграм-каналында йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиғаһы менән уртаҡлаша.
"Мәскәүҙә, "Татар мәҙәниәте көндәре" сараһында мин "Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем менән бүләкләндем",- тип яҙған ул.
Йырсы шулай уҡ тиҙҙән "Эҙлә, күңел" тип аталған йырының премьераһы буласағын да белдергән.