Хәйбуллала ауыл клубтарына яңы музыка ҡоралдары, йыһаздар төрлө кәрәк-яраҡтар тапшырылды. Район бюджетынан бүленгән ун миллион һум аҡсаның бер өлөшө шулай уҡ авария хәлендәге бер нисә мәҙәниәт усағын ремонтлауға тотоноласаҡ.
Районда мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын байытып, ауыл клубтарына ноутбук, микрофон, тауыш көсәйтеү ҡоролмалары, гармун, сәхнә костюмдары тапшырылды. Әйткәндәй, музыка ҡорамалдарының ҡайһы берҙәре "Реаль эштәр" проекты ярҙамында алынған. Бынан тыш, бер нисә ауылда бильярд өҫтәлдәре урынлаштырыу ҡаралған. Сиҙәм, Яңы Ергән, Йәнтеш, Федоровка кеүек ауыл клубтарында тамашасылар залын яңыртыу күҙаллана. Быларҙың барыһы ла халыҡты мәҙәни тормошҡа ылыҡтырыу, ауыл клубтарының эшен йәнләндереү маҡсатында эшләнә.
Ҡорамалдар ауыл клубтарына ошо уҡ көндә таратылһа, ремонт тейешле әҙерлек эштәре тамамланғас башланасаҡ. Барыһы ла ыңғай барған осраҡта, Быҙаулыҡ, Ивановка ауылы халҡы киләһе йылды яңыртылған мәҙәниәт усағында ҡаршылауы ихтимал.
Cығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/rayon-m-ni-t-usa-taryna-ya-y-ulysh/