Бөгөн Мишкә районында яңыртылғандан һуң мари тарихи-мәҙәни үҙәген асылды. Реконструкция эше 2019 йылдың авгусынан 2020 йылдың декабренә тиклем барҙы.
Бөгөн асылған бинаға “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проекты буйынса реконструкция яһалған. Хәҙер үҙәктә интрактив музей,оҫтахана, тауыш яҙҙырыу студияһы, киностудия, ҙур зал бар.
БР вице-премьеры Азат Бадранов тарихи-мәҙәни үҙәктә дәүләт наградалары ла тапшырҙы: Краснокама районының “Эрвел-Мари” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Раиса Сатаеваны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне.