Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Республика ҡалаларында Өфөлә төшөрөлгән «Наган» кинокомедияһы күрһәтелә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 10 ноябрь 2016
Республика ҡалаларында Өфөлә төшөрөлгән «Наган» кинокомедияһы күрһәтелә
«Йәнле таҫма» кинокомпанияһы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында «Наган» исемле яңы кинокомедияны прокатҡа сығара.
Рәсәй киноһы йылында Башҡортостанда төшөрөлгән берҙән-бер тулы метражлы фильм республика ҡалаларында күрһәтелә. 1-14 декабрҙә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа, Күмертауҙа, Баймаҡта, Салауатта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа һәм башҡа тораҡ пункттарҙа премьера була.
Фильмдың режиссерҙары — Булат Йосопов һәм Ренад Еникеев. Фильмда билдәле Рәсәй актеры Иван Кокорин төшкән. Ул башҡорт комедияһы өсөн ике сериалда ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Сюжет студент-архитектор Василий Находкиндың мажаралары менән бәйле, уның ролен Вадим Мәғәсүмов уйнай. Фильмда республика театрҙарының популяр актерҙары Владимир Латипов-Догадов, Рушанна Бабич, Эльвира Шрайнер, Рәмзил Сәлмәнов ҡатнаша.
«Наган» фильмы Өфөлә, нигеҙҙә «Йәнле таҫма» компанияһы павильонында, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, «Версаль» рестораны биләмәһендә, шулай уҡ Дим һәм Эҫем йылғалары буйында төшөрөлгән. Көйөн республикала танылған композитор Владислав Савватеев яҙған. «Lumen» популяр рок төркөмө солисы Тэм Булатов фильмда чекист йырын башҡарған. Күмәк сәхнәләрҙә меңдән ашыу актер ҡатнашҡан.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө