Башҡортостанда театр, музыка, хореография сәнғәте һәм кинематография өлкәһендәге әһәмиәтле ижади проекттарға ярҙам итеү йәһәтенән республика башлығы гранттарын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланды.
Дәүләт һәм муниципаль бюджет, автономиялы учреждениеларға гранттар субсидия рәүешендә конкурс нигеҙендә биреләсәк. Гранттар яңы тамашалар (опера, балет, спектакль, мюзикл, концерт, шоу-программа, кинофильм) ҡуйған; күренекле эшмәкәрҙәрҙең хәтерен мәңгеләштергән; мәҙәни мираҫты һаҡлаған, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын пропагандалаған өсөн тапшырыла.
Гранттарҙың дөйөм суммаһы — 90 миллион һум.