Республика Башлығы Радий Хәбиров «Төньяҡ амурҙары» яңы анимация фильмының сығыуын иғлан итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров «Төньяҡ амурҙары» яңы анимация фильмының сығыуын иғлан итте

Өфөләге «Муха» студияһы «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең һуңғы, өсөнсө өлөшө өҫтөндә эшләй. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

- Был кадрҙарҙы әле бер кем дә күрмәгән. Улар - Өфөләге «Муха» студияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең икенсе өлөшө. Унда шведтарға ҡаршы һуғышҡа барған һәм уларҙы еңгән башҡорт яугирҙарының мажаралары тураһында бәйән ителә. Әле аҙаҡҡы, өсөнсө өлөш өҫтөндә эш тулы ҡеүәттә бара. Ул Наполеонды еңеүгә арналасаҡ, - тип уртаҡлашты республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.  - «Төньяҡ амурҙары»ның - экранға сығыуын һәм яңы шедеврҙарҙы көтәбеҙ.

Йәнһүрәт сюжетының үҙәгендә - ике һуғышты - 1812 йылғы Рус-швед һәм Ватан һуғышын үтергә тейешле биш башҡорт тураһында тарих. Проекттың продюсеры Камил Буҙыҡаев һүҙҙәренсә, был башҡорт анимация индустрияһы өсөн иң күләмле эш.

Әлеге ваҡытта аҙаҡҡы, өсөнсө өлөшө өҫтөндә эш бара. Ул Наполеонды еңеүгә арналасаҡ.

2021 йылдың декабрендә кино индустрияһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен төшөрөү хаҡында һүҙ барҙы. Республика ярҙамында төшөрөлгән «Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы анимация фильмы - «Муха» студияһының төп проекттарының береһе. Уның өҫтөндә эште 2022 йылда тамамлау күҙаллана. «Муха» анимация студияһы директоры Артур Абдрахманов был ихлас ғаилә фильмы буласағын билдәләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb