Быйыл Башҡортостандың төп шыршы байрамына 800-ләп бала саҡырылған. Республика Башлығы шыршыһы Өфөлә 22 декабрь көнө "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙасаҡ.
Күптән түгел байрамды ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Республика Башлығы шыршыһына уҡыуҙа, спортта һәм йәмәғәт тормошонда алдынғы уҡыусылар, ишле һәм аҙ тәьмин ителән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, шулай уҡ хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандар балалары саҡырыласаҡ.
Байрам тамашаһы ике өлөштән тора. Тәүгеһендә балалар Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйләнеп йырлай һәм бейей, икенсеһендә концерт залында әкиәт күрһәтелә.
Сараға саҡырылған һәр кемгә тәм-томдар, йомшаҡ уйынсыҡ, Республика Башлығы исеменән ҡотлау хаты тапшырыла. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, күркәм сарала ҡатнашыусы егеттәр һәм ҡыҙҙарға махсус бүләк - Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы тапшырыласаҡ.