Республика Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллығын билдәләй

Республика Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең  100 йыллығын билдәләй

2018 йылда Башҡортостан республиканың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең 100 йыллыҡ юбилейы билдәләнә. Күптән түгел Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә юбилей саралары тураһында ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Шағирҙың 100 йыллығына һәм иҫтәлегенә Өфө ҡалаһында һәм Дүртөйлө районында төрлө саралар уҙғарылыуы көтөлә: 3-4 февраль көндәрендә шағирҙың тыуған төйәгендә Дүртөйлө районында тантаналар уҙа. Сарала  Башҡортостан һәм Татарстан шағирҙары һәм яҙыусыларының ҡатнашыуы көтөлә.

Өфөлә шағирҙың быуат юбилейы  5 февралгә тәғәйенләнгән. «Родина» кинотеатрында  Назар Нәжмиҙең ижадына һәм тормошона бағышланған  «Яныуҙан һәм хистән ҡойолған» исемле фильм күрһәтеләсәк. Кинотаҫманың сценарий авторы Гәүһәр Батталова, режиссеры Әлфиә Арыҫланова.

Ошо көндө үк киске сәғәт 7-лә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уның Хәтер кисәһе үтәсәк.

Ағымдағы йылдың  июнь айында юбилей саралары сиктәрендә «Өфө йүкәләре» республика әҙәби фестивале ойоштороласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb