Белем биреү акцияһы “Халыҡтар күп – ил берәү” тигән баш аҫтында ойошторола. Ул йыл һайын Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан уҙғарыла.
Акция 3 ноябрҙән 8-нә тиклем miretno.ru сайтында үтә. Диктантта 45 минут дауамында 30 һорауға яуап бирергә кәрәк.
Былтыр Башҡортостан этнографик диктантта ҡатнашыусылар һаны буйынса илдә беренсе урынға сыҡты. Беҙҙең республиканан 341 меңдән ашыу кеше белемен һынап ҡараны.