Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан концертҡа саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан концертҡа саҡыра

7 мартта Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған «Яңы һулыш» концерты уҙа.

Тамашасыларҙы билдәле йырҙар, халыҡ моңдары һәм заманса эшкәртелгән композициялар көтә. Концерт программаһында республикабыҙҙың билдәле артистары – мультиинструменталист һәм йырсы Zainetdin (Заһир Зәйнетдинов), йырҙар авторы, республика, халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты Зилиә Бәхтиева, башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Гөлназ Фәхертдинова ҡатнаша.

«Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - йылдың иң матур һәм наҙлы байрамы. Был гүзәл зат вәкилдәренә иң йылы һәм ихлас һүҙҙәрҙе еткерергә яҡшы сәбәп. Танылған артистар үҙҙәренең яҙғы кәйефе менән уртаҡлашасаҡ. Һеҙҙе залдың йәмле мөхитендә иң матур яҙ байрамдарының береһен ҡаршы алырға саҡырабыҙ», - ти Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто мөдире Заһир Ишкинин.

«Пушкин картаһы» ғәмәлдә.

Билеттарҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең сайтында алырға мөмкин.

Концерт киске 7-лә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17.

Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-35-46-710.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb