Республика Халыҡ берҙәмлеге көнөн билдәләргә әҙерләнә

Республика Халыҡ берҙәмлеге көнөн билдәләргә әҙерләнә

Республика Халыҡ берҙәмлеге көнөн билдәләргә әҙерләнә. 4 ноябрҙә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында байрам сараһы үтә.

Тамашала милли кейемдәр парады, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, профессиональ һәм һәүәҫкәр ижади коллективтар сығышын күрһәтеү ҡаралған.

Кисен республика буйынса “Сәнғәт төнө” акцияһы башлана. Унда музей, китапхана, клуб, театр һәм филармониялар ҡатнаша.

Мәҙәниәт учреждениелары ил тарихы, милләттәр татыулығы һәм дуҫлығы темаларына бәйле саралар ойошторола.

Ә Халыҡ берҙәмлеге көнө алдынан, 3 ноябрҙә, республикала “Ҙур этнография диктанты” үтә. Башҡортостанда был интеллектуаль сара 12 майҙансыҡта ойошторола. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb