Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Учалы районында һирәк осраған халыҡ йырҙарын яҙып алды

Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре Учалы районында һирәк осраған халыҡ йырҙарын яҙып алды

Республика халыҡ ижады үҙәге БР халыҡтары мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм үҫтереү, материалдар йыйыу эшен дауам итә.

Яңыраҡ материал булмаған мәҙәни мираҫ объектары менән эш бүлеге белгестәре Учалы районында булды һәм һирәк осраған башҡорт халыҡ йырҙарын яҙып алды.

Улар Ҡобағош ауылында БР халыҡ артисы, БАССР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бөтә союз һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулла Солтанов менән осрашты. Йырсыға яңыраҡ 92 йәш тулды. Абдулла Афзалович «Эскадрон», «Баяс» кеүек ҡатмарлы халыҡ йырҙарын башҡарып ишеттерҙе.

Шулай уҡ Уральск ҡасабаһында, Учалы, Сөләймән ауылдарында халыҡ үҙешмәкәр башҡарыусылар менән осрашыу булды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb