Республика халыҡ ижады үҙәге Милли кейем көнөнә арналған акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәге Милли кейем көнөнә арналған акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра

16 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө билдәләнә. Байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрөжәғәт итергә мөмкинлек бирә. Республика халыҡ ижады үҙәге ошо уңайҙан саралар ойоштора.

14 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә бер юлы ике акция башлана. Тәүгеһе – «Дуҫлыҡ бейеүе» акцияһы. Унда республиканың бейеү коллективтары ҡатнашырға мөмкин. Төрлө милли кейемдәрҙә 2-3 минутлыҡ бейеү күрһәтергә кәрәк. Видеоролик #ТанецДружбыБашкортостан, #Башҡортостандуҫлыҡбейеүе, #Деньнациональногокостюма, #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #МКРБ хештегтары менән социаль селтәргә ҡуйыла.

Милли кейем көнөнә арналған республика акцияһында һәр кем ҡатнаша ала. Төп шарт — #УфаМКРБ, #УфаРЦНТРБ, #ДеньНациональногоКостюма хештегтары менән милли кейемдәрҙәге фото һәм видеоматериалдар менән уртаҡлашыу. Акциялар 16 апрелгә тиклем дауам итә.

16 апрелдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәренә «Селтәр» студияһы һәм «Рябиновые бусы» рус йыры ансамбле (Белорет ҡалаһы) ҡатнашлығында Милли кейем көнөнә бағышланған видероликтар урынлаштырыла. Башҡорт милли кейеме элементтары презентацияһы һәм «Шәжәрә» флешмобы була. Шулай уҡ «Өләсәйем һандығы» видеороликтары баҫыла, ҡатнашыусылар өләсәйҙең һандығында нимә һаҡланыуы тураһында һөйләй.

Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау ҡалаһындағы филиалының «Бәйләнештә»ге төркөмөндә ҡурсаҡтар өсөн милли кейемдәр тегеү буйынса ижад һәм ҡул эштәре оҫталарының виртуаль күргәҙмәһе ойошторола.

Был көндә башҡорт милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен дә ҡарарға мөмкин буласаҡ. Дәрестәрҙе Гөлнара Шафиҡова һәм Юлай Ғәлиуллин үткәрә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb