Республика Халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда фольклор сәнғәте буйынса конкурс ойошторолдо

Республика Халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда фольклор сәнғәте буйынса конкурс ойошторолдо

2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек эштәре дауам итә.

20 октябрҙә баш ҡалала Халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда фольклор сәнғәте буйынса конкурс ойошторолдо. Сара ғаилә-көнкүреш йолаларын, тарихи ҡиммәттәрҙе, эстетик тәрбиә менән һуғарылған йыр-бейеүҙәрҙе тергеҙеүгә ҡайтып ҡалды.

Конкурс башлыса үҙешмәкәр коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар араһында барҙы.

Республиканы донъя кимәлендә танытыу өсөн етди этәргес биргән был форум беҙҙә 2020 йылда була. Бөтә донъя фольклориадаһы Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының рәсми саралар өлөшө булып тора. Ғәҙәттә сарала 60-80 илдән өс мең самаһы артист ҡатнаша.

Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икенсеһе – 2000 йылда Японияла уҙғарылды. Венгрия өсөнсө Фольклориаданы үткәреү урыны булды. 2012 йылда Көньяҡ Кореяла дүртенсе Бөтә донъя фольклориадаһы уҙҙы. 2016 йылда Бөтә донъя фольклориадаһы Мексикала гөрләне.

2015 йылда 45-се Бөтә донъя конгресында һәм Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының генераль ассамблеяһында 2020 йылда Фольклориаданың Башҡортостан Республикаһында уҙасағы иғлан ителде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb