Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн-акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн-акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра

Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн-акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра. Материалдарҙы социаль селтәрҙәргә хештегтар менән һалырға кәрәк. Уларҙың иң ҡыҙыҡлылары һәм сағыуҙары Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә урынлаштырыласаҡ.

19 август - Бөтә донъя фотографы көнө.

Акцияла ҡатнашыусы районынан сыҡҡан фоторәссам (йәки фотограф) тураһында бәйән итә. Хэштегтар: #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ВсемирныйДеньФотографа.

22 август - Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө.

"Флагтар - дан билдәһе" флешмобында ҡатнашыу өсөн Рәсәй триколоры ингән фотоны урынлаштырырға кәрәк. Хэштегтар: #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДеньГосударственногоФлагаРФ #СимволСлавы.

27 август - Рәсәй киноһы көнө.

"Мин кинола" акцияһына ҡушылырға теләүселәр кинотеатрҙа төшкән фотоһын ҡуя. Хэштегтар: #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #ДеньРоссийскогоКино.

Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн-акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра
Республика халыҡ ижады үҙәге онлайн-акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb