Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто Киске уйынға саҡыра

Республика халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йорто Киске уйынға саҡыра

21 июндә Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда Киске уйын ойошторола. Тамашасыларҙы сағыу номерҙар, дәртле бейеүҙәр, йәнле музыка һәм халыҡ уйындары көтә.

Байрамды Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиеваның, башҡорт һәм татар эстрадаһы йырсыһы Гөлназ Фәхертдинованың, популяр артистар Ян Лира һәм Ильяс Кинйәғоловтың сығыштары биҙәйәсәк.

Байрамға килеүселәр «Күҙ бәйләш», «Йөҙөк һалыу», «Көйһөҙ кейәү», «Йондоҙ һанау», «Күгәрсен ашатыу» кеүек халыҡ уйындарында ҡатнаша аласаҡ.

Пушкин картаһы ғәмәлдә: https://rcntrb.com/ru/anons/meropriyatiya-po-pushkinskoj-karte/8334-kiske-ujyn

Сара киске 7-лә башлана.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Һөнәрселек урамы, 17.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb