Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» спектакленең премьераһы үтәсәк

Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда  «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» спектакленең премьераһы үтәсәк

Иртәгә, 18 апрелдә, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортона  «Күңел күҙе»  халыҡ театры Туфан Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» спектакленең премьераһына саҡыра.

«Күңел күҙе»  халыҡ театрының етәксеһе- Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венер Камалов.

Спектаклдә барлығы мөмкинлектәре сикләнгән үҙешмәкәр 11 артист ҡатнаша. Ролдәрҙә: Асия Баталова, Рәмилә Бикбаева, Гөлзифа Ишемғолова, Алина Әхмәттшина, Ринат Сөләймәнов, Руслан Ҡарасурин, Диана Әминева, Лилиә Петухова, Фәниә Нәбиуллина, Зарема Сөләймәнова и Нәсимә Илекбаева.

Сара Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы,17 адресы буйынса үтә. Башлана 16.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb