Республика халыҡ ижады үҙәге 1937 йылдың 20 февраленән башлап эшләй. Ул ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады йорто булараҡ асылған. Шунан алып үҙәк художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәрен һәм коллективтарын булдырыу өҫтөндә эшләй. Башҡортостан меңәрләгән үҙешмәкәр коллективы менән дан тота. Бында республиканың Халыҡ ижады йорто белгестәренең дә роле ҙур.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен үҫтереү, һаҡлау, мәҙәни ҡиммәттәрҙе тыуҙырыу, таратыу һәм үҙләштереү эше Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан үткәрелгән төрлө фестиваль, конкурстарҙа сағылыш таба.
Йыл һайын үҙәк БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә 30-ҙан артыҡ республика, халыҡ-ара, регион-ара фестивалдәр, конкурстар үткәрә: «Берҙәмлек – Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале, «Дуҫлыҡ моңо» башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара конкурс-фестивале, «Урал моңо» төрки йәштәренең музыка сәнғәте байрамы, «Озон көй» һәм «Ирәндек моңдары» башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге призға бейеүселәрҙең төбәк-ара фестивале, «Кама буйы гәүһәрҙәре» һәм «Ағиҙел тулҡындары» милли мәҙәниәттәр фестивале, «Алтын тирмә» («Золотая юрта») республика халыҡ театрҙары фестивале, Республика гармунсылар байрамы «Моңға бай гармун байрамы», «Ашҡаҙар таңдары» башҡорт фольклоры республика байрамы, Рус йыры һәм таҡмаҡтары төбәк-ара байрамы, «Башҡортостан – Урал ынйыһы» халыҡ ижады форумы, Республика Ҡурай байрамы конкурсы, «Шәжәрә байрамы» республика халыҡ байрамы, «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы һәм башҡалар.
Бөгөнгө көндә Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағында «Урал» халыҡ ижады галереяһы, Инвалидтар ижады йорто, «Ағиҙел» кинофотоклубы, «Арыҫлан Мөбәрәков» теплоходы, Нефтекама һәм Бәләбәй ҡалаларындағы филиалдары уңышлы эшләп килә.