Республика халҡы мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең тыуған көнөн билдәләне

Республика халҡы  мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең  тыуған көнөн билдәләне

20 октябрҙә республика халҡы  мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең  тыуған көнөн билдәләне. Ошо  уңайҙан Өфөлә Профсоюздар Йорто янындағы шағир исемен йөрөткән скверҙа театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Республика етәкселәре, йәмәғәтселек вәкилдәре, студенттар Мостай Кәрим һәйкәленә сәскәләр һалды.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров, һәр кемдең йөрәгендә үҙ Мостайы йәшәй, тине.

Рәсәй-Белорусь союздаш дәүләте секретары Григорий Рапота: “Мостай Кәрим башҡорт халҡының ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең оло ғорурлығы. Белорусь республикаһында Мостай Крәимдең китабы нәшер ителә”, тине.

Әзербайжандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюль-бюль оғлы: “Мостай Кәрим илдәр һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡ күперҙәре һалды. Ул тыныслыҡ илсеһе булды. Мин уны бөйөк әҙиптәр Сыңғыҙ Айтматов һәм Рәсүл Ғамзатов менән бер рәткә ҡуя”, тигән һүҙҙәрен әйтте. 

Билдәле татар шағиры, Рәсәй дәүләт һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге премиялар лауреаты Ренат Харис: “Мостай Кәримдең уҡыусыһы булыуыма сикһеҙ шатмын. Ҡаҙан-Өфө араһын үткәндә ныҡ тулҡынланам. Ул тормошо менән дә, ижады менән дә минең өсөн өлгө”, тине.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb