6 июлдә Республика Хәрби Дан музейында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Башҡортостан ыласыны» күргәҙмәһе асыла.
Немец-фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеү эшенә совет хәрби-һауа көстәре вәкилдәре ҙур өлөш индергән. Байтаҡ летчиктар Тыуған илебеҙҙең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн йәнен аямаған, күптәре Советтар Союзы Геройы исеменә эйә булған.
Республика Хәрби Дан музейындағы күргәҙмәлә Муса Гәрәев тураһында биографик материалдар: Өфө аэроклубында уҡыуы, летчик булып китеүе, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы, хеҙмәт һәм унан һуңғы тормошо, ғаиләһе күрһәтелә.
Күргәҙмәгә килеүселәр Муса Гәрәевтың балауыҙҙан яһалған һыны ҡуйылған инсталляцияны, фотоһүрәттәрҙе, шулай уҡ летчиктарҙың кейемен һәм совет осороноң авиация атрибутикаһын күрә аласаҡ.
Күргәҙмәнең партнерҙары - Өфө ҡалаһының М.А. Ферин исемендәге 60-сы лицейы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М.Ғ. Гәрәев исемендәге башланғыс осоу әҙерлеге менән Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты, 17-се китапхана – Өфө ҡалаһының Ш.Ә.Хоҙайбирҙин исемендәге Үҙәк ҡала балалар китапханаһы филиалы, Өфөнөң Орджоникидзе районы Ветерандар советы.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Күргәҙмә 2022 йылдың 6 июленән 17 октябренә тиклем эшләй.