Республика кинематографсылар берлеге “Салауат юлдары буйлап” исемле киноэкспедиция иғлан итте

Республика кинематографсылар берлеге  “Салауат юлдары буйлап” исемле киноэкспедиция иғлан итте

Май аҙаҡтарында Өфөнән “Салауат юлдары буйлап”тип аталған киноэкспедиция старт ала. Уны Республика кинематографсылар берлеге иғлан итте. Улар әҙерләгән проект Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды. Салауат Юлаев һәм уның атаһы Юлай Аҙналин эҙҙәре буйлап Рәсәй һәм Эстония ҡалаларына сәфәр ойошторола. Маршрутта Минзәлә, Ҡаҙан, Чебоксар, Түбәнге Новгород, Мәскәү, Тверь ҡалалары, шулай уҡ Эстонияның Тарту һәм Палдиски ҡалалары күрһәтелгән. Һәр туҡталышта Башҡортостан, Салауат Юлаев тураһында кинофильмдар күрһәтелә, тарихсылар сығыш яһай, күргәҙмәләр үткәрелә. 16 июндә милли батырыбыҙҙың тыуған көнөндә Палдискила хәтер кисәһе ойошторола.

Киноэкспедиция маршруты:

30 май – иртәнге сәғәт 8-ҙә Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленән юлға сығыу

30 май — Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы, Минзәлә ҡалаһы

31 май – 1 июнь – Ҡазан ҡалаһы

2 июнь – Чебоксар ҡалаһы 

3-4 июнь – Түбәнге Новгород ҡалаһы

5-6 июнь – Владимир ҡалаһы

7-8 июнь – Мәскәү ҡалаһы

9-10 июнь – Тверь ҡалаһы

11 июнь — Бөйөк Новгород ҡалаһы

12 июнь – Псков ҡалаһы

13-14 июнь – Тарту һәм Таллин ҡалалары (Эстония) 

15-16 июнь – Палдиски ҡалаһы. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb