Республика көнөнә ҡарата #РеспубликамдыЯратам флешмобы башланды

Республика көнөнә ҡарата #РеспубликамдыЯратам флешмобы башланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллеген данлаған акцияла барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡыра.

Һеҙ республикабыҙҙың ниндәй иҫтәлекле урындарында булғанығыҙ бар? Матур урында фото төшөп, социаль селтәрҙәргә һалығыҙ. #РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡулланығыҙ.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иң яҡшы фоторәсемгә конкурс иғлан итә. Иң күп лайыҡ йыйған рәсем авторын бүләк көтә.

• Селфи эшлә йә торған урыныңды фотоға төшөр;

•#РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡуй;

• Фотоларҙы Бәйләнештә йә Инстаграмда сәхифәңә һал.

Иң сағыу һүрәттәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә урынлаштырыласаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb