Башҡортостанда “Ярҙам ҡулы” тигән акция иғлан ителде. 25-27 ғинуарҙа Республика милли музейында Ленинградты азат итеүселәрҙе иҫкә алыу акцияһы үтәсәк.
Республика милли музейы башланғысы менән ойошторолған сара Ленинградты фашистар ҡоршауынан азат итеүҙең 75 йыллығына бағышлана.
Музейҙарҙа ошо ваҡиға, Башҡортостандан Ленинградты азат итеүселәр иҫкә алына, был ҡаланан беҙҙең республикаға эвакуацияланған кешеләр һәм предприятиелар тураһында һөйләйәсәктәр. Акция 25-27 ғинуар көндәренә билдәләнгән.