Республика Милли музейында «Яңы йыл менән!» тип исемләнгән күргәҙмә дауам итә

Республика Милли музейында «Яңы йыл менән!» тип исемләнгән күргәҙмә дауам итә

Башҡортостан Республикаһы Милли музейында Совет осорондағы яңы йыл уйынсыҡтары донъяһы менән таныштырыусы «Яңы йыл менән!» тип исемләнгән күргәҙмә дауам итә.

Өфө коллекционеры Владимир Буравцов быяланан, мамыҡтан һәм картондан эшләнгән төрлө-төрлө шыршы уйынсыҡтары, яңы йыл битлектәре, бәләкәй флагтар, мишуралар, гирляндалар, Ҡыш бабай һындарын тәҡдим итә. Шулай уҡ күргәҙмәлә ХХ быуат башындағы раштыуа һәм яңы йыл открыткалары коллекцияһы менән танышырға мөмкин.

Шыршы уйынсыҡтары тупланмаһына 300-ҙән ашыу предмет инә һәм  ХХ быуаттың 30-80 йылдарында яңы йыл уйынсыҡтары тарихын күҙәтергә мөмкинлек бирә.

Экспозиция Яңы йыл каникулдары дауамында эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb