Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны штандарты баймаҡтарға тапшырылды

Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны  штандарты баймаҡтарға тапшырылды

Республикала Театр йылы сиктәрендә иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны дауам итә. Ошо көндәрҙә эстафетаны әбйәлилдәрҙән баймаҡтар ҡабул итте. Сарала Әбйәлил һәм Баймаҡ районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары Раян Фәттәхов, Гөлшат Сирғәлина, мәҙәниәт бүлеге етәкселәре Ирек Мусин, Гөлназ Йыһаншина һәм ижади коллективтар ҡатнашты. Проект һәр район үҙешмәкәр һәм халыҡ театрҙары араһында драма әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, халыҡ таланттарын асыу, уларҙы һаҡлау һәм театр сәнғәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ала.

Баймаҡ районында элек-электән үҙешмәкәр драма түңәрәктәре эшләй. Был юлы улар Флорид Бүләковтың “Ярангөл” спектаклен тәҡдим итте. 2018 йылда “Ялҡын” дар халыҡ исемен яулай. 

Фестиваль йыл аҙағында Өфөнөң М. Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур сара менән тамамланасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb