Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны штандартын Сибайҙар ҡабул итте

Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны штандартын Сибайҙар ҡабул итте

Театр йылы уңайынан иғлан ителгән Республика милли театрҙар фестиваль-марафоны Урал аръяғы райондарында дауам итә.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хәбәр итеүенсә, эстафетаны баймаҡтарҙан сибайҙар ҡабул иткән. Сарала Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, арҙаҡлы драматург Наил Ғәйетбаев, Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтангәрәев, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Аҡназарова ҡатнашты. Халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарҙы матур тамаша менән ҡаршы алды. Йолаға ярашлы, ут күршеләр бүләктәр биреште, Баймаҡ районы хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина штандартты сибайҙарға тапшырҙы.

Сибай ҡалаһының ял һәм мәҙәниәт үҙәгендәге театр түңәрәге артистары тамашасы хөкөмөнә Флорид Бүләковтың “Әүхәҙигә дүрт әбей” лирик комедияһын тәҡдим итте. Сығыш барыһына ла ныҡ оҡшаны. Тамашасылар үҙешмәкәр артистар менән бергә рәхәтләнеп көлдө, моңһоуланып, күҙ йәше лә түгеп алды. Театр түңәрәге етәксеһе һәм режиссеры – Фәнил Аҡназаров. Сибайҙар эстафетаны 22 мартта Хәйбулла районына тапшырасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb