Йыл дауамында күрһәткән яҡшы һөҙөмтәләре өсөн иң һәләтле, тырыш балаларға Башҡортостан дәүләт концерт залында Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм әкиәт геройҙары ҡатнашлығында ҙур байрам ойошторолдо.берләштере
Төп шыршы байрамына быйыл 780 уҡыусы килде. Улар араһында күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, приютта тәрбиәләнеүселәр, йөҙгә яҡын мөмкинлектәре сикләнгән балалар килде. Байрамдың төп ҡунаҡтары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары уларға фойела күңелле тамаша ойошторҙо.
Уҡыу алдынғыларының уңышына икеләтә һөйөнгән етәкселәрҙе аңларға була. Балаларҙы төрлө яҡтан үҫтереү өсөн түңәрәктәр, синыф сәғәттәре ҙур роль уйнай.
Байрам бай программалы, артабан ҡыҙҙар-малайҙарҙы тағы ла ҡыҙыҡлы тамаша әҙерләнгән.
Шулай уҡ Башҡортостан уҡыусыларының бер төркөмө тиҙҙән Мәскәүгә сәфәргә юлланасаҡ. Кремлдәге шыршы байрамы 26 декабргә тәғәйенләнгән. 114 уҡыусы 28 педагог оҙатыуында илдең төп шыршы байрамында ҡатнашасаҡ.