Республикала “Театрҙар төнө” Бөтә Рәсәй мәҙәниәт акцияһы үтте

Республикала “Театрҙар төнө”  Бөтә Рәсәй мәҙәниәт акцияһы үтте

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры   тамашасыларҙы билдәле сәхнә йондоҙҙары менән бергә кескәй артистар ҙа ҡаршы алды. Тирә-йүн шат тауыштарҙан, йыр-моңдан яңғырап торҙо.  Ойоштороусылар әйтеүенсә, театрға һөйөүҙе бала саҡтан һалыу мотлаҡ. Сәхнәлә әкиәт персронаждары ла, кино геройҙары ла бар. Ижади коллектив быйылғы театр төнөнә бик үҙенсәлекле программа әҙерләгән.

Театрҙың фойеһы кино төшөрөү майҙанын хәтерләтә, бында төрлө йылдарҙа төшөрөлгән фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтелде. Ошонда уҡ режиссура буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо.  Артистар әйтеүенсә, кинола төшөү менән театрҙа уйнауҙың айырмаһы бар, әммә артыҡ ҙур түгел, икеһендә лә бар ваҡиғаларҙы йөрәгең, күңелеү аша үткәреү мотлаҡ.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр тетры тамашасыларға  рус һәм башҡорт телендә, бер юлы ике спектакль тәҡдим итте. Был тамашалар сәхнәлә йөҙ тапҡырҙан ашыу уйналған, әммә уларҙы көтөп алыусылар күп.

Өфөнөң башҡа театрҙарында ла тамашасыларға бай йөкмәткеле, сағыу программалар күрһәтелде, театрлаштырлған тамаша менән спектаклдәр бергә үрелеп барҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb