Республика театрҙарына һәм концерт ойошмаларына яңы директорҙар тәғәйенләнде

Республика театрҙарына һәм концерт ойошмаларына яңы директорҙар тәғәйенләнде

Башҡортостандың бер нисә дәүләт театрҙарына һәм концерт ойошмаларына яңы директорҙар тәғәйенләнде. Кисә республиканың Мәҙәниәт министрлығында уҙған конкурстың һөҙөмтәләре иғлан ителде.

Хәҙер Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрын – Әбдрәшитов Илнур Риза улы, Туймазы дәүләт татар драма театрын – Вәхитов Руслан Рәфис улы, Нефтекама дәүләт филармонияһын Ғайсин Ринат Рәшит улы етәкләй.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы (директоры – Зөбәйҙуллин Айҙар Хизбулла улы), Стәрлетамаҡ Рус драма театры (Замесина Виктория Александровна), Республика халыҡ ижады үҙәге (Әлибәков Артур Айҙар улы) директорҙары үҙ урындарын һаҡлап ҡалды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb